Гөлфиә ЮНЫСОВА
САЯ СЕБЕШ
Йоп-йомро йомортҡа,
Ярылып китте сартлап.
Унан һап-һары себеш
Сыҡты ла китте атлап.
«Сип-сип» килеп сипелдәп,
Һөрән һала донъяға.
Әйләнеп тә ҡарамай
Ватылған йомортҡаға.
Баш етмәй: йомортҡаға
Нисек инеп ятҡан ул?
Ҡалай итеп аҙаҡтан
Аҡ ҡабыҡты ватҡан ул?
Торам һаман аптырап,
Сая себешкә ҡарап.
Фото: fotokto.ru