+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Шиғырҙар
26 Июня 2023, 12:12

Ер еләге

Ҡояш нурына уянып...

Ер еләгеЕр еләге
Ер еләге

ЕР ЕЛӘГЕ

 

Ҡояш нурына уянып,

Ҡар һыуҙарын эстем мин.

Шуға күрә алһыуланып,

Һутлы булып бештем мин.

 

Аҡландарға, яландарға,

Битләүҙәргә килегеҙ.

Тәлгәшемде өҙмәй генә,

Татлы еләк тирегеҙ.

 

Мине яратҡанығыҙҙы

Бик яҡшы күреп торам:

Ҡапҡан һайын ауыҙҙарҙа

Шунда уҡ иреп торам.

 

Гөлфиә ЮНЫСОВА,

Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас