+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Шиғырҙар
15 Август 2023, 13:00

Йәйге иртә

Күк сәскәләр күк төҫөндә.

Йәйге иртәЙәйге иртә
Йәйге иртә

Күк сәскәләр күк төҫөндә.

Һары сәскә ҡояш кеүек.

Күл өҫтөндә тулҡынлана

Йәйғор төҫөн алған күбек.

 

Томбойоҡтар бәүеләләр

Хан ҡыҙылай сымылдыҡта.

Таңды уятырға ҡыймай

Тымып ҡалған бытбылдыҡ та.

 

Хәтфә балаҫ болондары,

Күлдәрендә – ҡамыш-ҡыҙҙар.

Балауыҙҙай буй-һындары,

Һыу сәсрәтеп ҡойоналар.

 

Эй, хозур мәл! Йәйге иртә,

Әйтерһең дә, ожмах инде.

Киреп асып ишектәрен,

Саҡырып тора түргә үҙе.

 

Рима Ибраһимова.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас