+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
17 Август 2023, 11:00

Баламдың балаһы килгән

Баламдың балаһы килгән

Баламдың балаһы килгән

Өләсәйгә ҡунаҡҡа.

Ейәнсәрҙәр ярата шул,

Ямаҡ ҡына булһаҡ та.
 

Баламдың балаһы килгән,

Өй эстәре нур ғына.

Һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып,

Көлә белә ул ғына.
 

Орсоҡ кеүек әйләнә ул,

Һәр нәмәгә бәйләнә.

Берәй әйбер кәрәк булһа,

Уйлап таба хәйлә лә.

 
Яуаптарың әҙер торһон,

Һорауҙары бөтмәйсә.

Нисек кенә түҙмәк кәрәк,

Иркәләп бер үпмәйсә.
  


Баламдың балаһы килгән,

Күңелдәрем йырлайҙыр.

Ихлас көлөү тауыштары,

Өй эсен нурлайҙыр.



Ф. Йәндәүләтова.

Фото: Эльвира Ишемғужина.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: