Күҙгә күренмәне өс айың.
Һис ебәрге килмәй, ҡалсы, әйҙә,
Тағы берәй айға – тап яйын!
Үтәһеңдәме ни, ал таңдарҙа
Ысығыңды кисеп туйманыҡ.
Яландарҙа, йәшел аҡландарҙа
Рәхәтләнеп еләк йыйманыҡ.
Үтәһеңдәме, йәй, йылға - күлдә
Үс ҡанғансы һыуҙар инмәнек.
Йәй оҙон, тип йөрөп, ашыҡманыҡ,
Үткәнеңде һис тә һиҙмәнек.
Үтәһеңдер шул, йәй, күбәләктәр
Әллә ҡайҙа булды – осмайҙар,
Урыҡ - һурыҡ үҫкән сәскәләрҙе
Бал ҡорттары инде ҡосмайҙар.
Үтәһеңдер, йәйем... Килгән кеүек
Еләк тәме һаман иренгә.
Осрашырбыҙ әле, Алла бирһә,
Иҫән - һауҙар булһаҡ, йәренгә!
Флүрә МАЛИКОВА.
Фото: З. ХӘКИМОВА.