+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
28 Сентябрь 2023, 16:35

Гармунсы яугир Алмас мәрхүм Хужин шиғыр ҙа яҙған...

Һағыш йыры

Гармунсы Алмас Хужин шиғыр ҙа яҙған...
Гармунсы Алмас Хужин шиғыр ҙа яҙған...

Нисәнсе йыл инде яҙҙы яңғыҙ

Бик моңайып ҡаршы аламын.

Болондарҙан умырзая йыйып,

Әсәм ҡәберенә һаламын.

 
Күҙҙәремде йомоп уйға сумып,

Һөйәләмен яңғыҙ ҡайынға.

Был донъяла ары йәшәр өсөн

Ҡайҙан көс-хәл тағы йыйырға?

 
Күҙ йәштәре тама, күҙ йәштәре

Әсеттереп аға яңаҡтан.

Был донъянан киткән кешеләрҙе

Ҡайтарып та булһасы яңынан?..
 

Өйгә ҡайтһам, унда бушлыҡ кеүек,

Кемдер етмәй һәр саҡ эргәлә.

Әсәйемдән ҡалған бер ҡомартҡы -

Гармун тынып ҡалған бүлмәлә.
 

Саң баҫмаһын тиеп, ул гармунды

Ҡулға алам, һуҙам күреген:

Һағышлы ла булып һуҙылалар

Етемлектә үткән ғүмерем.

 
Өй алдындағы баланды

Ҡыҙғанам киҫтерергә.

Был ғүмерҙәр гөлдәр түгел,

Һыу һибеп үҫтерергә.
 

 
Ер әрселә ҡалын ҡарҙан

Йылғалар сыға ярҙан.

Яҙғы һыуҙай йөрәк ярһый,

Хоҙайым, бирсе ярҙам.



Алмас ХУЖИН.

 

Сығанаҡ: "Башҡортостаным/ яңылыҡтар".

Фото: Интернет селтәренән.

Видео: Р. Кәримова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: