-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
29 Сентябрь 2023, 19:00

Ҡайтаһыңмы, балам?

– Ҡайтаһыңмы, балам, был аҙнаны,

Ейәндәрҙе бигерәк һағындым.
Туҡмас киҫеп ҡуйҙым, бәлеш һалам,
Хәл алырһыҙ мунса сабынып.


 – Беләһең бит, әсәй, эштәр тығыҙ,
Өс ҡатлы йорт яңы төҙөнөк.
Шәмбе көндө йыһаз килтерәләр,
Мәшәҡәттәр тора теҙелеп.


– Был байрамда дүрт көн ял була ти,
Ҡайтаһыҙҙыр инде иркенләп?
– Ваҡыт теймәҫ, дача баҡсаһында
Үтер инде уның дүрте лә.


– Отпускыңда көтәм, балаҡайым,
Ейәндәрҙе килә ҡосаһым.
– Көтмә, әсәй, билет алдыҡ күптән,
Таиландҡа бөгөн осаһы.

– Нихәл, әсәй! Ҡайтырға сығабыҙ,
Бүләктәрҙе һиңә төйәнек...
– Әсәйегеҙ кинәт үлеп китте,
Урам ҡапҡаһына һөйәлеп...



Илдар ХАФИЗОВ.

 

Сығанаҡ һәм фото: "Хазина" төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: