Көҙҙөң киндер күлдәгенә
Һиҙәп-бәшмәктәр тирткән.
Дымһыу һауа. Серек япраҡ
Еҫен килтерә иртә.
Ҡарағайҙың шырт сәсенә
Ҡояш әле үрелә.
Үтатмаға ҡала урман –
Шыҡһыҙ ғына күренә.
Мүк түшәге сыбарланған –
Япраҡтары - ямауҙыр.
Тош-тош ерҙә осратырһың
Оҫта үргән аҡ ауҙы.
Көҙ үҙенсә матур инде
Күрә белгән күңелгә:
Хәреф-япраҡтар кәйелә,
Өтөр-сәнскәк ҡойола –
Был көҙ үҙе, был көҙ үҙе
Бер йыр булып тойола!