+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
4 Октябрь 2023, 07:51

Самауыр

Өләсәйем самауыры

Өләсәйем самауыры

Йырлап уятты мине.

Өйҙө нурлап ҡояш кеүек

Өҫтәлдә торор ине.

 

Самауырҙың эстәренә

Әллә күпме моң һыйған.

Сер һөйләшеп, хуш еҫле сәй

Эсә-эсә, кем туйған?

 

Ҡыҙым килгән ҡунаҡҡа, тип

Өҫтәлгә һый ҡуйылған:

Ҡоймаҡтары, бәлештәре

Баланынан, муйылдан...

 

Самауыр яңырып китә

Өҫтәһәң утлы күмер.

Шулай барыр кеүек ине

Миңә һәр ваҡыт ғүмер...

 

Самауыр сәйе йылыһы

Ҡалды минең күңелдә.

Оләсәйемдең урыны

Хәҙер йәннәт түрендә.

 

...Йылдар үтте. Мин - оләсәй

Самауырым йыр көйләй.

Ейәнсәргә сәй яһайым

Серҙәрем һөйләй, һөйләй.

 М. БИКӘНӘСОВА.

Фото: Яндекс.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: