Ленин тиеп, партия тип
Яҙманым бер юл.
Күңелемдә ниҙәр ҡайнай –
Яҙғандарым шул.
Ә күңелдә – халҡым өсөн
Борсолоуҙарым.
Туған телем йәшәһен тип
Ҡурсалауҙарым.
Аҫыл шәхестәребеҙҙе
Танытыу илгә.
Йәш таланттарҙы үҫтереү
Булды бит иңдә.
Милләт өсөн тип эшләнә
Бөтә ғәмәлдәр.
Үҙ бурысын ғәҙел үтәй
Беҙҙең ҡәләмдәр.
Белмәйем мин был тормошта
Юлды башҡаса —
Шулай йәшәйем бөгөн дә
Күңел ҡушҡанса.
Фото һәм сығанаҡ: "Ялан сәскәләре" төркөмө.