+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
25 Июнь , 13:00

Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк

Рәшит Шәкүр (Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй...Р. Тойғон)

Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк
Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк

Юҡ, туғаным, улай түгел дә ул,
Башҡорт булыу үтә яуаплы.
Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,
Башҡорт булыуҙары сауаплы.

Күпме беҙҙә, башҡорт була тороп,
Башҡорт булып етлекмәгәндәр.
Башҡортлоҡ тип, аҫыл заттарыбыҙ
Күп кисергән, күпте күргәндәр...

Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,
Тәрән аҡыл кәрәк, хис кәрәк,
Илде һаҡлар өсөн, яҡлар өсөн
Ҡайнар йөрәк кәрәк, көс кәрәк!

Башҡорт булыу үҙе изге бурыс –
Яуызлыҡҡа ҡаршы торорлоҡ,
Урал батыр һымаҡ, Урал илен
Гөл баҡсаһы итеп ҡорорлоҡ!

 

Сығанаҡ: "Ватандаш" журналы.

Фото: З. ХӘКИМОВА.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: