+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
28 Июнь , 13:00

Дубайҙа түгел, туғайҙа...

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Дубайҙа түгел, туғайҙа Ял иттем быйыл йәйен.

Дубайҙа түгел, туғайҙа...
Дубайҙа түгел, туғайҙа...

Күңелемә тыуған ерҙең
Һеңдерҙем бөтә йәмен.

Болоттарға ҡарап ятып,
Ер һулышын тыңланым.
Ҡышын сихәтләнер өсөн
Үләндәрен йыйнаным.

Еләк-емештәрен тирҙем,
Эстем һаумал ҡымыҙын.
Үҙемде тик ошо ерҙә генә
Бәхетле итеп тойҙом.

Диңгеҙҙә түгел, Иҙелдә
Һыу индем быйыл йәйен.
Тыуған ерҙең йылғаһында
Ял итте талған йәнем.

Көньяҡ ҡояшында түгел,
Яндым Ҡариҙелдәрҙә.
Башҡа ерҙә йәм тапманым,
Булһам да күп илдәрҙә.

Башҡортостан, әле һиндә,
Бар күрмәгән ерҙәрем.
Дубайҙа түгел, тик һиндә
Яҙылаһы йырҙарым.

 

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: