+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
1 Июль , 12:20

Әсәйҙәргә ни кәрәк?

Минира БИКӘНӘСОВА Әсәйҙәргә кәрәк аяҙ көндәр,

Әсәйҙәргә ни кәрәк?
Әсәйҙәргә ни кәрәк?

Алһыуланып атҡан яҡты таң,
Күңел тыныс, йөҙҙәр көләс була
Яҡшы хәбәр килһә балаңдан.

Әсәйҙәргә кәрәк рухлы улдар:
Үҫеп етеп һөнәр алһындар.
Парлы булып-аҡыл, иман менән
Тормош һуҡмағынан барһындар.

Әсәйҙәргә кәрәк тыйнаҡ ҡыҙҙар
Аҡыллы ла, уңған үҙҙәре,
(Ҡылыҡтары йөҙҙө ҡыҙартмаһын -
Заманалар хәҙер үҙгәрҙе!)

Әсәйҙәргә кәрәк йылы һүҙҙәр,
Хәл белешеп торһа балаһы.
Тыуған йортҡа ҡайтып килергә, тип
Мөмкин булһын ваҡыт табаһы...

Ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итһә,
Матур итеп тормош көтһәләр.
Атай-әсәй ризалығын алып
Алыҫ сәфәрҙәргә китһәләр.

...Күп кәрәкмәй беҙгә, әсәйҙәргә,
Имен генә булһын балабыҙ!
Хәйер-фатихала, доға ҡылып
Раббыбыҙҙан һорап ҡалабыҙ!
Бала, тиеп кенә янабыҙ...

Һүрәттә: Ауырғазы  районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Таһир Рәхимов әсәһе Сулпан менән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: