Буранынан, һалҡынынан,
Ҡоролоғо, ташҡынынан,
Бысрағынан, юшҡынынан,
Һайлай мине бөйөк ҡәлғәм –
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз ғаиләм.
Бында мине һәр кем аңлай,
Эс серемде һәр кем тыңлай,
Көрәштәрҙән арып-талған
Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай,
Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –
Яҡындарҙан-яҡын ғаиләм!
Кәрәк булһа, ярҙам-кәңәш,
Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,
Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ,
Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ,
Яҡлай мине изге ҡәлғәм –
Ышаныслы, татыу ғаиләм!
Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм.
Һүрәттә: Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһының II cиныф уҡыусыһы Айназ Вәлитов ата-әсәһе һәм туғандары менән.