+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
9 Июль , 10:10

Ғаиләм – ҡәлғәм

Фирүзә АБДУЛЛИНА Был тормоштоң ялҡынынан,

Ғаиләм – ҡәлғәм
Ғаиләм – ҡәлғәм

Буранынан, һалҡынынан,
Ҡоролоғо, ташҡынынан,
Бысрағынан, юшҡынынан,
Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм –
Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм!

Бында мине һәр кем аңлай,
Эс серемде һәр кем тыңлай,
Көрәштәрҙән арып-талған
Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай,
Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –
Яҡындарҙан яҡын ғаиләм!

Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш,
Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,
Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ,
Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ,
Яҡлай мине изге ҡәлғәм –
Ышаныслы, татыу ғаиләм!

Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм!

 

Фотола: Баймаҡ ҡалаһынан 11 бала тәрбиәләүсе Зөлфиә менән Вәкил Боҫҡоновтар.

Ғаиләм – ҡәлғәм
Ғаиләм – ҡәлғәм
Ғаиләм – ҡәлғәм
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: