+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
10 Июль , 16:45

Яугирға хат

Һеҙгә, дуҫтар, Нурия Мортазинаның “Яугирға хат” тигән көслө шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Сәләм ебәрәмен тыуған яҡтан
Батыр улы ғәзиз халҡымдың.
Ошо кескәй ҡағыҙ алып барһын
Бар йылыһын тыуған яғындың.

Һин ҡайт, егет,
Тыуған ерең көтә.
Һөрөлмәгән һинһеҙ баҫыуҙар.
Сәселмәгән иген,
Көтә тиңең
Буй еткергән һылыу йәш ҡыҙҙар.

Имен-һауҙар ғына әйләнеп ҡайт.
Йән әрнеүең баҫыр шишмәләр.
Яраларың
Наҙлы елдәр иҫеп,
Шифа тыны менән иркәләр.

Һин ҡайт, егет,
Иҫән әйләнеп ҡайт.
Тик йәшәүҙән генә ваз кисмә.
Сал сәстәрен елгә елберләтеп
Төн йоҡламай көтә яңғыҙ әсә.

Тик ҡайт, зинһар, ҡала күрмә ятып
Сит тарафты мәңге үҙ итеп.
Дошмандарға алдар бирмәй генә.
Әйләнеп ҡайт, егет, үс итеп!

Фотола: Әбйәлил районы Асҡарҙа әрме хеҙмәтенән  ҡайтҡан һалдат туғандары менән. Искәндәр Мәхмүтов, Арсен Шәрипов  һәм Замир Ғәлин. 

Фото: Уфа РБ Башкортостан Новости

Сығанаҡ: Нурия МОРТАЗИНАның "Бәйләнештә" сәхифәһенән.

Яугиргә хат
Яугиргә хат
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: