+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
13 Июль , 19:00

Әсәкәйем, үтә ҡайғырма

Бөгөн таңғаЙәнә яуға инәм...

Әсәкәйем, үтә ҡайғырма
Әсәкәйем, үтә ҡайғырма

Әсәкәйем, үтә ҡайғырма.
Насип булһа,
Еңеп дошмандарҙы,
Ҡайтып килер улың яныңа.

Оҙаҡ шылтыратмай
Торһам, әсәй,
Насар уйҙар, зинһар, уйлама.
Доғаларың мине
Һаҡлар, әсәй,
Күрәҙәнән яҙмыш юрама.

Һуғыш яланынан
Ике көнгә
Сығарҙылар баш-күҙ алырға.
Ошо яуҙа
Шәһит булып киткән
Дуҫ - иштәрҙе ергә һалырға.

Таңға йәнә утҡа...
Тағы көтә
Снаряд һәм дрон, һыҙланыу, яра...
Йәшәү менән
Үлем аралары
Күҙҙе асып йомған бер ара...

Мәғәнәһеҙ һуғыш
Ҡасан туҡтар?
Хыялланам тиҙерәк ҡайтырға.
Ауылыма ҡайтып,
Ҡолас ташлап
Киң яланда бесән сабырға.
Изге ерем өсөн ҡаным түгел,
Ҡара тирем тейеш тамырға!



Нурия МОРТАЗИНА.

Баймаҡ районы, Байыш ауылы.

 

Фото:интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: