+13 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
17 Июля 2024, 13:00

Һағынамын ҡартәсәйемдең сәйен

Зарина БАҒЫШАЕВА Ҡайҙа икән ҡартәсәйҙең

Добавить в предпочтительные источники Google
Һағынамын ҡартәсәйемдең сәйенҺағынамын ҡартәсәйемдең сәйен
Һағынамын ҡартәсәйемдең сәйен

Биҙрәләге ҡатығы?
Бала саҡта ул бит булды
Татлы һыйҙың артығы!

Тирләп-бешеп уйнағас та
Йәйге эҫе көндәрҙә -
Кем уҙарҙан йүгерәбеҙ
Һыулап ҡатыҡ эсергә!

Ул ҡаймағы, ул ҡорото,
Сөсикмәк, майикмәге,
Кискә бешкән һалмалы аш -
Мул табын иҫ китмәле!

... Үҫә төштөк. Һый-ниғмәттең
Күрмәнек һуң ниндәйен!
Тик шулай ҙа һағынамын
Ҡартәсәйемдең сәйен!


Фото: З.ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас