+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
20 Июль , 01:55

Әсәйемде ҡайтҡан, тиһәләр...

Нишләр инем икән мин,

Әсәйемде ҡайтҡан, тиһәләр...
Әсәйемде ҡайтҡан, тиһәләр...

Бер көн килеп әгәр.
Аҙға ғына, баҡый донъянан
Әсәйемде ҡайтҡан, тиһәләр?

Эх... Әсәй ҡайтҡан, тиһәләр,
Ырғыр инем башта күктәргә!
Ҡысҡырыр инем һауа ярып,
Ишетелһен өсөн күптәргә!

Әгәр әсәй ҡайтҡан, тиһәләр,
Сабыр инем абына-абына,
Аллаһыма ялына-ялына,
Ҡайтып етер өсөн янына.

Әгәр әсәй ҡайтҡан, тиһәләр,
Рәхмәт уҡыр инем барыһына.
Ғәфү һорар инем барыһы өсөн
Теҙләнеп мин әсәм ҡаршына.

Әгәр әсәй ҡайтҡан, тиһәләр,
Башты ҡуйып уның алдына,
Ҡулын биттәремә тейҙереп,
Иркәләнер инем аҙ ғына.

Әгәр әсәй ҡайтҡан, тиһәләр,
Сәйҙәр эсер инек ултырып.
Үҙем яһап бирер инем уға,
Мөлдөрәмә итеп тултырып.

Әгәр әсәй ҡайтҡан, тиһәләр,
Белмәҫ инем хатта нишләргә...
Әллә ниҙәр эшләр инек тә бит,
Терһәк йыраҡ хәҙер тешләргә.

Әгәр әсәй ҡайтҡан, тиһәләр...
Аңлайым, был һүҙҙе кемдер
Һынар өсөн генә әйткәнен.
Үкенесле әсәйҙәрҙең
Барып алалмаҫлыҡ,
Ҡайталмаҫлыҡ ергә киткәне...

Риза инде хәҙер әсәйҙәр
Матур итеп төшкә керһә лә...

Жәүит Шакиров.

Һүрәттә: Мәрхүмә әсәкәйем Фәүзиә Хәкимйән ҡыҙы Иҫәндәүләтова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: