Ҡайғыртыусан, сабыр, тыйнаҡлы.
Әсәй кеүек көсләп ашаталар
Табалағы һуңғы ҡоймаҡты.
Килеп керһәң, ғәзиз туған итеп,
Ултырталар иң түрҙәренә.
Үтә һаҡлыҡ менән өйрәтәләр һине
Был тормоштоң тәрән "серҙәренә".
Һинең ҡыҙың уларға ла ҡыҙ ул.
Һинең улың — уларға ла ул.
Һинең өҫкә килгән ел-ғәрәсәт
Улар өсөн күҙ асҡыһыҙ дауыл.
Ҡыҙ туған ул үҙе әйтһә әйтә,
Ләкин бирмәй һине яттарға.
Дошман килеп ишегеңде ҡаҡһа,
Әҙер һәр саҡ һине яҡларға.
Ҡыҙ туғандар ғәфү итә белә,
Эскә йотоп барлыҡ асыуын.
Сәфәрҙә лә һине ҡайғырта ул,
Ҡоромо тип аяҡ һауытың?
Ҡыҙ туғандар улар әсәй кеүек.
Сабый итеп һиңә гел ҡарай.
Ҡайһы саҡта булаһың да сабый,
Сәстәр генә ап-аҡ бит ярай...
Ҡыҙ туғандар ҡайғыртыусан, тыйнаҡ.
Барып керһәң, әҙерләй табын,
Киткән саҡта оҙаталар ҙурлап,
"Кил, туғаным, кил йәме тағын".
Мәүлит ШАКИРОВ.
Һүрәттә: Баймаҡ ҡалаһынан 11 бала тәрбиәләүсе Зөлфиә менән Вәкил Боҫҡоновтарҙың ҡыҙҙары.