Һандалланып ҡояш байыны,
Офоҡ ситен йәнгә һиллек биргән
Серле нурҙар менән ҡайыны.
Һаубуллаша июль. Тып-тын ғына
Ҡайырылып ҡарай артына:
Әллә инде ҡойма ямғырҙары,
Дауылдары өсөн тартына?
Һаубуллаша июль. Еләкле ай.
Гөл-сәскәлә әле ялан-туғай,
Көҙгә алыҫ, һары һағыштарға
Һарылырға сәбәп тә юҡ, буғай.
Һаубуллаша июль, һаубуллаша.
Һуңғы балҡышына күҙ ҡамаша!
Хуш, матур ай, осрашҡанға тиклем!
Ә шулай ҙа... Моңһоу тамаша!..
М. БАЙҒАРИНА.
Фото: З.ХӘКИМОВА.