-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
31 Июль , 16:00

Көмөш йәй

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Ямғырҙарҙың шашҡаны -

Көмөш йәй
Көмөш йәй

Ағиҙелдең ташҡаны.
Турисҡа дан ағымы -
Ул уйламай башҡаны.
Картуф һуңлап сәселде,
Ерҙе баҫты йәшеллек.
Уныһының сүбе күп -
Биҙрә-биҙрә йолҡоп түк.
Еләктәре ҡыҙармай,
Ҡояш бите буҙармай.
Бесәнде ни итмәктер -
Йәй үҙе бер хикмәттер.
Ут тамырлы ялағай
Күкте телә-өлөшләй.
Һыуың ғына ыу булып
Бөлдөрмәһен, көмөш йәй!

Көмөш йәй
Көмөш йәй
Көмөш йәй
Көмөш йәй
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: