-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
1 Август , 09:05

Август таңы

Фирүзә АБДУЛЛИНА Күк көмбәҙе шыйыҡ аҡ болотта,

Август таңы
Август таңы

Ҡояш яҡтыһы ла бик һүрән,
Күкһел томан урман буйҙарында,
Сабылмайса ҡалған тик күрән.



Август таңы... Ҡаты үләндәге
Һыуыҡ ысыҡ аяҡ наҙламай!
Һаран матурлыҡҡа һоҡланғанда
Һағындырып ала наҙлы май...



Яҡтылығы бар ҙа был ҡояштың,
Арҡа өшөй, битем ҡыҙһа ла,
Алда әле уңыш йыйыр мәлем,
Майҙы иҫләп йөрәк һыҙһа ла!



Август таңы. Хыял иткәнгәсә,
Баҡсам түгел шау-гөр сәскәлә,
Һирәк-һаяҡ бар ҡый үләне лә,
Уңыш та мул, йөрәк сәнсһә лә...



Ни булһа ла булды. Нимәнелер
Төҙәтергә инде һуңланым.
Моңһоуланып ҡарап ошо таңда,
Йөрәгемде бөгөн тыңланым.



Юҡ, үтмәне йәйем мәғәнәһеҙ!
Йыяһым бар алда мул уңыш!
Алтын көҙөм алда, сыуағым бар –
Дәртләндерә әле был тормош!
Август таңым...

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: