Баш әйләнеп ялған дан, миҙалға,
Йыһандарға ҡәҙәр ашыуға.
Ә бит күптәр тик төш булып ҡалған
Матур тормоштарын һағына.
Кисәге бер йолҡош әҙәм булған,
Беҙҙең алда ҡанат ҡағына...
Ишетәм мин сәғәт текелдәүен,
Тыныс ҡына ваҡыт аҡҡанын,
Алһыу таңдын иртән тәҙрә сиртеп,
Эңер килеп ишек ҡаҡҡанын...
Бер миҙгелгә донъя тынып ҡалған,
Ә күңелдәр шундай ирәбе...
Саф һауаһы күкрәк ярып инә,
Йырлағы ла әллә киләме...
Ҡыҙыҡ инде... Мин бер күбәләкме,
Ҡуныр сәскә тәме – бал ғына.
Тыныслыҡты күреп – тойоп йәшәү –
Был донъяла үҙе ял ғына...
Юл ситендә торған аҡ ҡайындар
Сәләм бирә миңә ҡул һоноп.
Гүйә, донъя ялғанлыҡтан ялҡып,
Шул тынлыҡҡа ҡалған буйһоноп...
Ауыр йөгөн йөкмәп, ҡырмыҫҡа ла
Бөтмәҫ эшен башлай таң менән.
Был донъяның оло мөғжизәһен
Күреү кәрәк теүәл аң менән...
Ә һауала яҫтыҡтай болот юҡ,
Башым тейә зәңгәр күктәргә.
Йә, әйтегеҙ әле... Кем бәхетле?
Мин бәхетле!
Ошо ерҙә тыуып, ғүмер итеү
Эләкмәй бит әле күптәргә!
Әйтерһең дә, тыныс бер диңгеҙҙә
Йөҙөп барам ап - аҡ елкәндә...
...Ҡараңғылыҡтарҙан яҡты эҙләп,
Күңел ҡошом һайрай икән дә...
Күңел ҡошом һайрай икән дә...
Тынлыҡтың да тауышы бар икән...
Фәнүзә Биктимерова - Аҡйондоҙ.