-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
21 Август , 11:35

Шылтырата әсә, тик һаман...

– Улым, ни хәл? Эштәрең нисек?

Шылтырата әсә, тик һаман...
Шылтырата әсә, тик һаман...

– Арыу ғына. Ваҡыт юҡ, кисер...
– Улым, ғәфү, борсойом ҡабат,
Көтәм һине, көндәрҙе һанап.
– Арыу ҙа, тик бушап булынмай,
Асыуланма, әсәй, улыңа.
–Бер генә һүҙ әйтәм тигәйнем…
– Өлгөрөрбөҙ, әсәй, көт, йәме.
Көндәр һанап, һанап сәғәтен
Һағыныуҙан ҡалмай тәҡәте,
Шылтырата әсә, тик һаман,
Ваҡыт тапмай улы ни заман.
Көн артынан шулай көн үтә,
Ғүмер ебен яңғыҙ ул һүтә,
Тик төшөндә гүйә йәш саҡта,
Балаҡайын һөйөп ҡосаҡлай.
– Әсәй, сәләм! Нисек һуң хәлең?
Шылтыраттың ниңә төн мәле?

–Врачта булдым, балам, нишләргә,
10 көн ҡалған, – тине, йәшәргә
–Китсе, әсәй, юҡҡа ышанма,
Яңылыша улар йыш ҡына,
Һәйбәт табиб, яҡшы дарыуын
Иртәгә үк алып барырмын.
...Тик яуапҡа – ҡәбер тынлығы,
Тап ошо көн булған һуңғыһы...



Мария Куткарҙан.
Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе, 2012 йыл.

Гөлфирә Ҡансурина һүрәте.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: