Әсәйемдең икмәге.
Йылыһында ашаныҡ -
Эх, тәмле ине, тәмле!
Сәйен эсеп ебәрһәң,
Шыйыҡ ҡаймаҡ һылаһаң -
Күңелдәр үҫә ине,
Әсәй шулай һыйлаһа.
Әсәй бешергән икмәк,
Әсәй айыртҡан ҡаймаҡ -
Һаман өҫтәлдә кеүек,
Әгәр күмәкләп ҡайтһаҡ.
Һый-хөрмәттең барыһы
Тулған ғына табында.
Әммә әсәй юҡ инде,
Бары тик атай бында.
Әсәй һалған икмәкте
Хәҙер һала атайым.
Телеп ашайым әле,
Бала саҡҡа ҡайтайым...
Уйҙарымда - бала саҡ,
Нурлы-нурлы бала саҡ:
Әсәйем икмәк һала,
Ә атай яға усаҡ...
Һүрәттә: мәрхүмә әсәйем Фәүзиә Хәкимйән ҡыҙы Иҫәндәүләтова.