-1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
4 Сентябрь , 23:10

Балалар киткәс…

Ҡапыл ҡойон үтеп киткән кеүек,

Ҡолаҡтарҙы киҫкән шикелле,
Тып-тын ҡалды донъя.
Тынлыҡ, бушлыҡ…
Шатлыҡмы был һиллек? Икеле…

Орсоҡ кеүек бер туҡтауһыҙ зырлап
Әйләнергә түгел. Ял итәм.
Арығанмын икән. Тынлыҡ кәрәк.
Ҡуҙғалырлыҡ хәл дә юҡ бүтән.

Әле генә гөрләп торған өйҙә
Шомло тынлыҡ. Ҡалдым бер үҙем.
Өндәшергә ҡурҡам. Шаңдау булып,
Ҡайтауазын бирер һәр һүҙем.

Балаларым бөтәһе бер юлы
Һыпырылып сығып киттеләр,
Киттеләр ҙә минең күңелемде
Көтмәгәндә етем иттеләр.

Ни эшләйһең? Беҙҙең яҙмыш шундай,
Әсәйҙәр беҙ. Көтөп йәшәйбеҙ.
Берсә ямғыр булып бысҡылдайбыҙ,
Берсә йәшен булып йәшнәйбеҙ.

Тындар менән тартып еткерерҙәй,
Балаларҙы көтөп алабыҙ,
Эй шатланып көтөп алабыҙ ҙа,
Хәлдән тайып тороп ҡалабыҙ.

…Беҙҙе лә бит әсәй көтә ине,
Бына яҙмыш ниҙәр эшләтә…
Ҡайтыр кешең булыу – үҙе бәхет,
Көтөр кешең булыу - бишләтә!


Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Гөлфирә Ҡансүринаның ижад эше.

Балалар киткәс…
Балалар киткәс…
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: