Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә бөгөн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам.
Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр!
Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:
Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға
Күтәрелде күккә ҡарағош.
Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен
Ел-дауылдар үтер торнаны.
Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә –
Оҙаҡ-оҙаҡ саҡыра торғанын.
Сығып осто ярһыу бер һандуғас,
Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.
Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер,
Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.
Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!
Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.
Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ –
Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.
Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә һәр көн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам.
1970 йыл.