+12 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
1 Октября 2024, 07:00

Йылдар һалған тамғалар

 Ололар көнө менән, беҙҙең төркөмгә яҙылыусы апай-инәйҙәр! Һеҙгә һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләйбеҙ! Һеҙгә  Гөлзифа ИСРАФИЛОВАның  шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Йылдар саңы сәстәремә

Добавить в предпочтительные источники Google
Йылдар һалған тамғаларЙылдар һалған тамғалар
Йылдар һалған тамғалар

Көмөш булып һибелгән.
Маңлайыма йылдар һаны
Бураҙналай теҙелгән.

Ҡош тәпәйе күҙ ситендә,
Уйсанланған ҡараштар.
Ҡараштарҙа сабыр аҡыл
Йылдар һалған һағыш бар.

Әллә ҡайҙа юғалды ул
Бит осонан уйымдар...
Шул уйымдар өсөн генә
Булды бит яратҡандар.

Талдай нескә буй-һыныма
Тормош үҙ йөгөн һалды.
Донъя менән уҙышыуҙар
Байтаҡ көсөмдө алды.

Дәү тирәктәй олпат итеп
Ҡалынайтһа ла йылдар,
Йәшлек дәртен юғалтмаған
Күкрәгемдә йөрәк бар.

Йөҙ, ҡиәфәткә һәр дәүер
Һалһа ла үҙ тамғаһын,
Тормошто яратып типкән
Йөрәгем ҡартаймаһын.


Гөлзифа ИСРАФИЛОВА.

Фото: Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас