-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
15 Октябрь , 09:00

Йәйҙәремде килә тотаһым

Гүзәл СИТДИҠОВА Күлдәктәре йәйҙең туҙҙы инде,

Йәйҙәремде килә тотаһым
Йәйҙәремде килә тотаһым

Ҡойолдо ла инде уҡаһы.


Ә мин һаман, ялғап-ҡорап булһын,


Йәйҙәремде килә тотаһым.


Һүрәнәйә барған ҡояшының


Һәр нур-уғын һалам ҡыныма,


Башланышта ғына йәй күңелдә


Һыйынһа ла көҙҙәр һыныма.


Сыуаҡлаған булып көҙ ҡыҫҡартам,


Үпкәләрем әммә юҡ йәйгә:


Йәне - йәндән, тәне - тәндән алмам


Ерегеп тә ергә түл йәйгән.


Көҙгө һыуҙа йөҙҙәремде һырлап


Үрмәкселәр үрә үәл-ауын,


Аһ, йәйҙәрҙең күлдәктәре туҙҙы,


Тоторға тип һонған ҡул еленән


Осоп китә япраҡ-ямауы.

 Фото: Венер ИСЛАМҒОЛОВ. Баймаҡ ҡалаһының тәбиғәт күренештәре.

Йәйҙәремде килә тотаһым
Йәйҙәремде килә тотаһым
Йәйҙәремде килә тотаһым
Йәйҙәремде килә тотаһым
Йәйҙәремде килә тотаһым
Йәйҙәремде килә тотаһым
Йәйҙәремде килә тотаһым
Йәйҙәремде килә тотаһым
Йәйҙәремде килә тотаһым
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: