Үткән ғүмер йылдарын
Сығарҙым бер көн ҡояшҡа,
Ҡағайым тип саңдарын...
Әллә ҡасан онотолған
Хыялдарҙы тап итеп,
Ултырам әле нескәреп,
Күңел шәмәреп китеп...
Хыялдарымдың байтағы
Ҡалған икән хыял килеш.
Һай, был тормош һәр ваҡытта
Беҙ тигәнсә бармай, имеш.
Хыялдарҙың саңын ҡағып,
Ҡабат һалдым һандығыма.
Ышанайым, хыялымдың
Таңы шикһеҙ атырына.
Гөлзифа ИСРАФИЛОВА.
Баймаҡ районы.