+2 °С
Облачно
VKOKМакс
Шиғырҙар
27 Ноября 2024, 11:10

Үҙ өйөңдә булһын бәхет

Эй, бәхет эҙләй кешеләр,

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙ өйөңдә булһын бәхетҮҙ өйөңдә булһын бәхет
Үҙ өйөңдә булһын бәхет

Һөрлөгә, абыналар,
Сәләм бирмәҫтәйҙәргә лә
Аллалай табыналар.

Өмөтләнеп, хаталанып,
Күҙ йәштәрен түгәләр,
Йәндәрендәге йыртыҡты
Ямап-йүрмәп тегәләр.

Иҫке хатаға ҡул һелтәп,
Яңынан йән аталар,
Бына шулай нисәшәр ҡат
Ҡабатлана хаталар…

Өмөт өҙөп, инде төңөп,
Эҙләүҙән туҡтамағыҙ,
Үҙ өйөңдә булһын бәхет,
Эҙләгеҙ, йоҡламағыҙ!

Хаталанмай ҡатыҡты ла
Өрөп ҡапҡандар ғына,
Бәхетле тик үҙ өйөндә
Бәхет тапҡандар ғына!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас