Ғүмер буйы һинең терәгең.
Бүлеп бирер ярты йөрәген,
Ярты һүҙҙән аңлап теләгең.
Ҡыҙ туған ул — үҙе хазина,
Һис ҡыҙғанмаҫ һиңә ваҡытын,
Шикләнмәйсә бушат һин уға
Ташып тулған сабыр һауытың.
Ҡыҙ туған ул — серҙәш, кәңәшсе,
Ярҙамсы ул ғүмер буйына,
Яҡын итеп, апам, һеңлем, тип,
Саҡырыр ул тәмле һыйына.
Ҡыҙ туған ул — ғәзиз, ҡәҙерле,
Ошо үҙе бәхет түгелме?
Аралашып, татыу йәшәүҙәр
Гел йылытып тора күңелде!
Гөлара ШӘРИПОВА.
Фотола: Абдрахмановалар ғаиләһе. Мәсетле районы, Дыуан-Мәсетле ауылы.