Тау башында урманда
Ҡыш бабайҙың өйө бар,
Уның өйөндә Ҡыш әбей,
Ейәнсәр – Ҡарһылыу бар.
Ҡыш бабайҙың улының
Исеме Һыуыҡ икән,
Һыуыҡбикәһе менән ул
Әле Себергә киткән.
Бер ай шунда аҡса эшләп
Унан өйгә ҡайталар,
Бергәләшеп донъяларын
Матур көтөп яталар.
Ҡарһылыу өләсәһенә
Өйөндә ярҙам иткән,
Өйөндәге тәҙрәләргә
Ап-аҡ селтәрҙәр теккән.
Ҡыш әбейе тәмле итеп
Боҙҙан кәнфит туңдырған,
Мамыҡ кеүек аҡ ҡарҙарҙан
Юрған, мендәр тултырған.
Ҡарһылыуы күбәләктәй
Ҡарҙы ҡыуып уйнаған,
Олатаһы санаһында
Бейек тауҙан тау шыуған.
Ҡыш бабайы уйнағанда
Ҡарһылыуҙан ҡалмаған,
Төрлө йәнлек, януарҙарҙан
Ейәнсәрен һаҡлаған.
Сана шыуып ҡайтҡан саҡта
Бер ҡуян сабып килгән,
– Яңы йыл етеп килә бит,
Байрамға киттек! – тигән.
Ҡыш бабайға Ҡыш әбейе
Күстәнәсле тоҡ биргән,
Өсәүләп Ҡуян артынан
Байрамға улар килгән.
Урталағы йәшел шыршы
Шундай матур биҙәнгән!
Ул да бит Яңы йылға, тип,
Байрамса күлдәк кейгән!
Ҡарһылыу менән Ҡуянҡай
Ҡыуышып уйнағандар,
Балалар менән бергәләп
Бейешеп, йырлағандар.
Ҡыш бабай һәм Ҡыш әбейе
Күстәнәстәр таратҡан,
Байрам итеп күңел булғас,
Улар өйөнә ҡайтҡан.