-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
29 Декабрь 2024, 20:00

Ҡаршылайыҡ Яңы йылды

Йыһандан атлай Яңы йыл,

Яңы йыл килә
Яңы йыл килә

Етеп килә ул Ергә,
Ҡаршылай уны Ҡыш Бабай
Ҡарһылыу менән бергә.

Өсәүләп ашыға улар
Һуңға ҡалмайыҡ, тиеп,
Яңы йылда бар кешене
Ҡотлап алайыҡ, тиеп.

Бүләкте күп тейәгәндәр,
Һәр кемгә лә етерлек!
Кем ни теләй, барыһы бар!
Күрһәң, иҫең китерлек!

Кемдәргәлер һаулығы бар,
Берәүҙәргә байлығы!
Тоҡтарында бәхет тә күп,
Яңғыҙҙарға - парҙары!

Балаларға күстәнәскә
Тәмлекәстәр һалғандар,
Өйләнешкән парлыларға
Бәпестәр ҙә алғандар!

Бүләк итеп бирмәкселәр
Һәр кем үҙе көткәнен,
Тормошҡа ашһын ине, тип,
Күңел өмөт иткәнен!

Ҡаршылайыҡ Яңы менән йылды
Шатланайыҡ һәр көнгә!
Көн артынан йылдарҙы бит
Раббым ебәрә беҙгә!


Фәүзиә Ҡотлогилдина - Алтынбикә

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас