Ишектәрен астым. Шатлыҡтың
Сиге лә юҡ һымаҡ. Юҡҡа сыҡты
Бөтә билдәләре ҡартлыҡтың.
Бала булдым, ҡабат бала булдым,
Атай, әсәй "тора" эргәлә.
Боҫо бөркөп торған самауырҙан
Сәй эсәбеҙ, имеш, бергәләп.
Ох, был сәйҙәр! Әсәм ҡойған сәйҙәр!
Тәме ҡалды мәңге хәтерҙә.
Күҙ йәшемде ҡушып эсәм әле,
Өндә түгел, төштә хәҙер ҙә.
Атай йорто Йыһандан ҙур һымаҡ,
Ҡояш унда көндөҙ, төнөн - Ай.
Нур эсендә бында бөтә нәмә,
Йондоҙ булып балҡый, ялтырай.
Тик әсәй ҙә, атайым да юҡ шул,
Ә рухтары йәшәй был өйҙә.
Рухланырға, көс алырға ҡайттым
Тыуған йортҡа бөгөн бер көнгә.
Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН.
Ишембай районы, Этҡол ауылы.
Фото: З. Фәнилева.