-9 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
10 Ғинуар , 12:00

Өс көн генә...

Фирүзә АБДУЛЛИНА Ҡабатлайым нисәнсе көн Эстән генә:

Өс көн генә...
Өс көн генә...

– Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә,
Өс көн генә...

Асыу тотоп йөрөү – гонаһ,
Кисерә бел,
Бөгөн әйтер үпкә һүҙен
Күсерә бел.

Осрашыуҙан-күрешеүҙән
Тороп ҡалма,
Хаталарыңды туҡтауһыҙ
Иҫкә алма.

Бәләкәй генә шатлыҡҡа
Һөйөнә бел,
Етешмәгән, етмәгәнде
Уйлама гел!

Ҡәҙерлә һәр көндө, – тимен
Эстән генә –
Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә,
Өс көн генә...

 

Фото: "Аҡтау ауылы" төркөмө.

Фотола: Баймаҡ районы, Аҡтау ауылы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: