-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
18 Ғинуар 2025, 18:00

Ялбарыу

Гүзәл Ситдиҡова Ғүмер бир тип һорамайым, Раббым,

Ялбарыу
Ялбарыу

Һорайым тик доға - күберәк,
Өлгөрһәмсе гонаһ ярлыҡатып,
Ҡаҡмай башлағансы был йөрәк.
Изге исемдәрең һәр көнөмдә
Төшмәһәсе тием телемдән,
Тетрәп ҡурҡам Һинһеҙ йәшәүемдән,
Ҡурҡам йәнә Һинһеҙ үлемдән.
Ғүмер юлын насип ҡылсы, Раббым,
Тулы иман менән үтерлек,
Уйым, телем, ғәмәлдәрем менән
Һине ризалатып китерлек
Биргәнеңә мең-мең шөкөр ҡылам,
Бары һиңә генә тәкбирем,
Оҙон ғүмер һорамайым, Раббым,
Хәйерлеһен бирсе тәҡдирҙең.

 

 Сығанаҡ һәм фото: Гүзәл Ситдиҡова "Бәйләнештә" сәхифәһенән.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас