-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
7 Февраль 2025, 15:05

Ауыл уҡытыусыһы

Мин – ябай бер уҡытыусы –

Ауыл уҡытыусыһы
Ауыл уҡытыусыһы

Ауыл уҡытыусыһы,

Кәрәк икән – сөгөлдөрсө,

Кәрәк булһа – баҡсасы.

Штукатур ҙа, маляр ҙа беҙ

Ремонт яһарға булһа,

Тарихсы ла, ижадсы ла,

Алға маҡсат ҡуйылһа.

Агитатор булабыҙ беҙ

Һайлауҙар яҡынлашһа,

Урам буйлап сүп йыябыҙ

Субботниктар башланһа.

Кәрәк икән – режиссер ҙа,

Бейеүсе лә, йырсы ла,

Рәссам да беҙ, сценарист та –

Ҡулдан килә барыһы ла.

Бөтәһе лә ҡулдан килә,

Әммә иң ҙур эшебеҙ:

Яңы кеше тәрбиәләү –

Шундай кәрәк кеше беҙ!

Уҡытыусы белем бирә,

Ул – кәңәшсе, ул – терәк.

Ауыл уҡытыусыһына

Һәйкәл ҡуйырға кәрәк!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Һүрәттә: Ауырғазы районы Талбазы ауылы лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА.

 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас