Башҡортостанда иһә 2025 йыл Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.
Берҙәмлектә беҙҙең көс!
Әйҙәгеҙ, тоғро ҡалайыҡ
Тыуған ил, тыуған ергә.
Дошмандарҙы еңәсәкбеҙ,
Булһаҡ әгәр, беҙ бергә!
Ярҙам ҡулын һуҙайыҡсы
Ҡаһарман яугирҙәргә.
Йән аямай яуға кергән
Аҫыл, батыр ирҙәргә!
Ни тиһәң дә, беҙ - башҡорттар,
Арҡа терәрлек халыҡ.
Намыҫ тигән төшөнсәне
Йөрәк түренә һалып.
Уйланайыҡ, ашығайыҡ
Һуҙырға ярҙам ҡулын.
Яу ҡырынан өмөтләнеп
Кемдер көтәлер улын...
Кемдер атаһын юҡһынып
Күрәлер төштәрендә.
Ярҙам - Еңеү яҡынайтыр,
Барып етһен мәлендә!
...Унда ауыр. Һалдат өсөн
Ҡәҙерле ризыҡ, кейем.
Кемдер таҡталар табышһын,
Берәүҙәр балта, сөйөн!
Блиндаж булһа, яугирҙәргә
Булыр ышыҡ, йылыраҡ.
Дошмандарҙы дөмбәҫләрҙәр
Көс - хәл йыйнап, нығыраҡ!
Барыһы ла кәрәк унда:
Тепловизор, май шәме.
"УАЗ"-ик, "Нива", домкрат, көрәк,
Йылы хат - күңел йәме!
Кәрәк унда бинт, дарыуҙар,
Бирешмәһендәр сиргә.
Яраланғандар һауыҡһын, -
Теләгем шул, беҙ бергә!
Дошман аяҡ баҫа алмаһын
Тыуған ил, тыуған ергә.
...Еңеү беҙҙең яҡта булыр,
Беҙ көслө һәм беҙ бергә!