-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
9 Февраль 2025, 13:00

Урындыҡта аунап үҫтем бит мин

Урындыҡта аунап үҫтем бит мин,

Урындыҡта аунап үҫтем бит мин
Урындыҡта аунап үҫтем бит мин

Эй, тигеҙ ҙә ине, киң ине.
Үҙе бер айырым донъя ине,
Сәхрәләргә генә тиң ине...

Йоҡолар ҙа унда тәмле ине,
Йоҡлап-йоҡлап та бит туймаҫлыҡ.
Урындыҡта үткән бала сағым
Хәтирәләр һалған юймаҫлыҡ.

Намаҙлығын йәһәт кенә йәйеп,
Доғаларын ҡылһа өләсәй,
Ҡамырын да шунда баҫыр ине,
Шунда туҡмас ҡырҡты бит әсәй.

Ашъяулыҡты йәйеп уртаһына,
Аяҡ бөкләп алып ултырып,
Самауырҙың йырлауына ҡушып
Сәйҙәр эстек кәсә тултырып.

Урындыҡтар сыҡты модаларҙан,
Әпилкәнән диван модала.
Ете хаҡҡа һатып алабыҙ ҙа,
Шуға йырлайбыҙ беҙ ода ла.

Йоҡлайбыҙ бит күпмәләрҙә хәҙер,
Сит ил юрғандарын ябынып.
Ә ғүмерҙәр ниңә әле һуң ул
Урындыҡты үтә һағынып?


Римма ӘЙҮПОВА.

Фото:ba.m.wikipedia.org

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас