+2 °С
Болотло
VKOKTelegram
Шиғырҙар
10 Февраль 2025, 11:30

Блиндаж шәме

Иңдәренә һалып илдең ғәмен,

Блиндаж шәмеБлиндаж шәме
Блиндаж шәме

Блиндаж шәме яһай әсәйҙәр.
Илгә оло һынау килгән саҡта,
Ил хәстәре менән йәшәйҙәр.

Майшәм иретәләр ҡатын-ҡыҙҙар,
Теләп теләктәрҙең олоһон,
Барыһы ла Еңеү өсөн тиеп,
Ҡушып йөрәктәрҙең йылыһын.

Улдар, яуҙан ҡайтһа өшөп-туңып,
Ышыҡ эҙләп әсе һыуыҡта,
Блиндаж эстәрендә йылынырҙар,
Майшәм янһа кәнсир һауытта.

Майшәм булһа, ҡайнар сәй эсерҙәр,
Йылытырҙар һалдат бутҡаһын.
Иҫән генә ҡайтһын барыһы ла,
Ир-егеттәр - донъя тотҡаһы.


Әнисә МӘХИЙӘНОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас