+3 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
22 Июля 2025, 08:55

Өлтөрәп йөрөй әсә

Балаларым ҡайта тиеп,

Өлтөрәп йөрөй әсәӨлтөрәп йөрөй әсә
Өлтөрәп йөрөй әсә

Өлтөрәп йөрөй әсә.
Йә өлгөрмәй ҡуйырмын тип,
Икмәген һалды кисә.

Кисә үк итен үткәреп,
Бәрәңге алып ҡуйҙы,
Мунса ла әҙер торһон тип,
Алдан ташыны һыуҙы.

Бөгөн иртән ҡамыр баҫып
Ҡабартырға тип ҡуйҙы.
Өйөн йыйыштыра һалып,
Иҙәндәрен дә йыуҙы.

Шул арала ҡамыр әҙер,
Бәлешен дә бешерҙе.
Баҙға төшөп, емеш-еләк
Ҡайнатмаһын мендерҙе.

Бөтәһе лә әҙер булды,
Эштәр ҙә теүәлләнде.
Ҡалай һәйбәт - барыһы ла
Бик тиҙ генә эшләнде.

Башҡа көндәрҙәге кеүек
Арыуын да һиҙмәне.
Балаларын бик һағынған -
Аҙна-ун көн күрмәне.

Мунса әҙер, сәй ҡайнаған,
Ашы ла күптән бешкән.
Инде балаларым ғына
Ҡайтып етһендәр иҫән.

Әсәй өсөн балаларҙың
Ҡайтыуы ла ҙур байрам!
Эй, Хоҙайым, шул бәхеттән
Берүк айырма, Аллам!

Лилиә Батыршина.

Фото: з. ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас