Урындыҡҡа һырындыҡ.
Урындыҡтан йылындыҡ,
Һөйөүенә урандыҡ,
Доғаһына һыйындыҡ,
Наҙ нурына ҡойондоҡ,
Йоҡоларҙан уяндыҡ та
Әсәй бар, тип ҡыуандыҡ.
Яманлыҡтан тыйылдыҡ,
Яҡшылыҡҡа туйындыҡ.
Үҫеп еттек, һибелдек,
Мәрйен булып тирелдек.
Әсәй — һаман урындыҡ,
Өйөбөҙ бар, нигеҙ ныҡ.
Өйөбөҙҙөң биге ныҡ,
Өйөбөҙҙөң түре ныҡ!
Әсәй – өйҙөң ишеге,
Әсәй – тормош бишеге.
Әсәй барҙа донъяның
Юҡ ямауы, тишеге.
Әсәй – күңел янсығы,
Әсәй – ҡояш ярсығы.
Әсәй – ҡылыс яу сығыр.
Әсәй – бөркөт, ҡарсыға,
Балам, тиеп өҙөлә лә,
Балам, тип йәне сыға.
Әсәй — йыһан орсоғо
Көтә, тетә, иләй ҙә,
Донъя һабын көйләй ҙә,
Донъя ебен төйнәй ҙә,
Донъя йөгөн һөйрәй ҙә!
Әсәй – нескә тал сыбыҡ.
Ҡуя ҡайсаҡ талсығып.
Тик һис ҡасан төңөлмәй,
Башын баҫып, өңөлмәй.
Әсәй – сер, әсәй – һандыҡ.
Әсәйҙәргә таяндыҡ.
Йәшәүгә көс-ҡеүәтте
Әсәй нурына мандыҡ,
Әсәй йырынан алдыҡ.
Әсәй — ҡуҙ ул, көлдөксә,
Усаҡ яна мейестә.
Мең биҙәкле ҡулдары
Һаман әүәләй көлсә.
Әсәй – изге монаят,
Әсәй – им, әсәй – ҡанат.
Әсәйҙән күсә беҙгә
Киләсәккә аманат.
Әсәй ҡурсыусы доға,
Әсәй – фатиха, аят.
Йөрәгеңдең яраһына
Әсәй дауаларын яп!
Әсәй– тылсымлы даға,
Әсәй – һаҡлаусы яға.
Йәшәү йыры, йәшәү нуры
Әсәй һөтөнән аға.
Әсәй – донъя кендеге,
Әсәй – тормош билдеге.
Ел үткәрмәҫ таш ҡәлғә,
Әсәй – нигеҙ төндөгө.
Әсәй – аҫыл ҡобайыр,
Әсәй – асыл, әсәй – йыр.
Әсәй – Ер, әсәй – Һауа,
Әсәйҙең тыны – дауа!
Һис юйылмаҫ хәҡиҡәт,
Һис иҫкермәҫ мөнәжәт.
Әсәй йәне – Йәнбикәнән –
Тын, тәрән, оло, ғәжәп!
Әсәй – мәңге йәшәр көс,
Әсәй – мәңге балҡыр хис.
Әсәй, тиеп атыр таң,
Әсәй, тиеп етер кис.
Әсәй — донъя бителер,
Әсәй — йөрәк ителер.
Әсәй, тиеп тыуылыр,
Әсәй, тиеп кителер...
Айзилә МОРТАЕВА.
Сығанаҡ: "Хазина" төркөмө.
Фото: "Доғалы йорт" төркөмө.