+2 °С
Болотло
VKOKTelegram
Шиғырҙар
3 Ғинуар , 17:55

Ергә тыныслыҡтар килһен

Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ

Ергә тыныслыҡтар килһенЕргә тыныслыҡтар килһен
Ергә тыныслыҡтар килһен

Ап-аҡ өмөттәр менән.
Тормош юлы тәгәрәһен
Шатлыҡ, ҡыуаныс менән.

Һәр кемдең күңел һауыты
Изгелек менән тулһын.
Ергә тыныслыҡтар килһен,
Өмөтлө таңдар атһын.

Әсәйҙәр иламаһындар,
Йоҡлаһындар төндәрен.
Хоҙайым, һинән һорайым,
Ҡаршы алһын, әсә улдарын!

 

Рушана ҒИЛМАНОВА,  VIII «Б» синыфы уҡыусыһы.

Дыуан районы, Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы.

 

Һүрәттә: Ауырғазы районы Талбазы ауылы лицейы уҡыусыһы Илина ЙӘҒӘФӘРОВАның һүрәте.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас