+14 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
28 Августа , 08:45

Сабыйға иң ныҡ кәрәк нәмә — ҡиммәтле уйынсыҡ түгел, ә йән йылыһы...

Бөгөн заман икенсе. Ваҡыт юҡ, ашығыу күп, телефондар, интернет… Балаларҙы йышыраҡ мультфильм йыуата, ә өләсәй ҡосағы етмәй башлаған кеүек.Ә бит сабыйға иң ныҡ кәрәк нәмә — ҡиммәтле уйынсыҡ түгел, ә йән йылыһы, иғтибар, доға. Сөнки өләсәй тәрбиәһе — ул милләттең дә, имандың да тамыры.Киләсәктә ейәндәребеҙ беҙҙе нисек иҫләр икән?.. Ошо хаҡта уйландыра торған бик матур шиғыр.

Сабыйға иң ныҡ кәрәк нәмә — ҡиммәтле уйынсыҡ түгел, ә йән йылыһы...Сабыйға иң ныҡ кәрәк нәмә — ҡиммәтле уйынсыҡ түгел, ә йән йылыһы...
Сабыйға иң ныҡ кәрәк нәмә — ҡиммәтле уйынсыҡ түгел, ә йән йылыһы...

 ӨЛӘСӘЙ ҠОСАҒЫ 

Беҙ үҫкәндә өләсәйҙәр
 Үтә матурҙар ине,
 Ейән-ейәнсәрҙәр менән
 Ихлас, татыуҙар ине!

Балитәкле күлдәк кейеп
Яулыҡ бәйләрҙәр ине,
Толом осонда тәңкәләр
Сыңлап көйләрҙәр ине.

Самауырҙарын ҡайнатып,
Ҡоймаҡ ҡойорҙар ине.
Ойоҡбаштар бәйләй-бәйләй
Йомаҡ өйөрҙәр ине.

Йығылып тубыҡ ҡанатһаҡ,
Өрөп имләрҙәр ине.
Кисен ҡуйынына һалып,
Бәйет һөйләрҙәр ине...

Заманалар үҙгәрҙеме,
Үҙгәрҙекме үҙебеҙ –
Майка менән шортик кейеп
Өләсәй булып йөрөйбөҙ!

Ҡоймағын ярай ҡоябыҙ,
Тәңкә үрер толом юҡ.
Ғәфү итегеҙ, ейәндәр,
Беҙҙең һәр саҡ ваҡыт юҡ!

Әкиәт һөйләп тормайбыҙ,
Мультик ҡуйып бирәбеҙ,
Ейәндәр менән интернет
Селтәрендә гиҙәбеҙ!

Ҡайҙа өләсәй ҡосағы,
Ҡайҙа Ҡамыр батырҙар?..
Йомшаҡ уйынсыҡ ҡосаҡлап
Йоҡлап китә сабыйҙар.

....Үҫеп килә ейәнсәрҙәр –
Буласаҡ өләсәйҙәр.
Беҙҙе хәтергә алғанда
Нимә генә һөйләрҙәр?

 Фәриғә КҮСӘПОВА.

Сығанаҡ һәм фото: Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас