+12 °С
Облачно
VKOKМакс
Шиғырҙар
3 Сентября , 09:35

Беренсе класс ҡыҙына

Сәстәреңә ҡунған аҡ күбәләк,

Беренсе класс ҡыҙынаБеренсе класс ҡыҙына
Беренсе класс ҡыҙына

Шатлыҡ осҡондары күҙеңдә.
Аҡ алъяпҡыс, аҡ сәскәләр менән
Күбәләккә оҡшаш үҙең дә.

Ашҡына ла, талпына ла бөгөн
Леп-леп типкән кескәй йөрәгең.
Оҙатаһың изгеләрҙән-изге
Сабыйлыҡтың һуңғы көндәрен.

Юйылмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалыр
Мәктәптәге тәүге көнөңдән.
Яурыныңа күрә йөгөң дә бар —
Һин яуаплы кеше бөгөндән.

Илем мөхәббәтен һөйләй һиңә
Аҙым һайын йылы ҡараштар.
Оло юлға оҙатып бара һымаҡ
Үҙең менән йәштәш ағастар!

Фәниә ЧАНЫШЕВА.

Фотола: Ф.Мостафина исемендәге 1-се "В" синыфы уҡыусыһы Камилла Кашапова.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас