+11 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
6 Сентября , 13:55

Бер мәл генә...

Бала бағыуҙары бер мәл генә,

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер мәл генә...Бер мәл генә...
Бер мәл генә...

Бер мәл генә биләү биләүҙәр.
Күкрәк һөт кенәңде биргән саҡта,
Аҡ теләктәр генә теләүҙәр.

Бишек йырҙарыңды көйләп кенә,
Ап-аҡ йүргәктәргә төрөүҙәр.
Иркәләп супылдатып үбеп,
Йөрәгеңә ҡыҫып һөйөүҙәр.

Бер мәл генә... Алпан-толпан итеп,
Атлап китеүҙәрен күреүҙәр.
Йығыла күрмә, балаҡайым, тиеп,
Хафаланып ҡына йөрөүҙәр.

Бала саҡтарында үҫтерәбеҙ,
Ел-ямғырҙан һаҡлап, дауылдан.
Үҫеп етеп, ҡанат нығытҡас,
Сығып китә бала ауылдан.

Ҡыҙ яҙмышы - ир ҡулында булһа,
Уландарҙың - ҡурсыу илкәйен.
Ҡулына ҡорал алып, анттар биреп,
Һаҡлай улар тыуған еркәйен.

Ҡыҙ балалар өй усағын һаҡлай,
Усағында көйрәй күмере.
Ил-йортоноң утын-ҡотон һаҡлап,
Үтә ир баланың ғүмере.

Усаҡ утын һаҡлар ҡыҙҙарым бар,
Тыныслыҡты яҡлар улдарым.
Балаларым-йөрәк парәләрем,
Онотмаҫтар ерҙә мин барын.

Бер мәл генә һеҙҙе үҫтереүҙәр,
Бер күҙ асып йомған аралыр.
Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған,
Йөрәк ярып сыҡҡан балалыр.

Тыуған йортоғоҙға йыйылһағыҙ,
Борсоу-һағыштарым таралыр.
Һеҙҙе көтөп ҡапҡа төптәрендә,
Әсәйегеҙ баҫып торалыр.

 
ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.

Сығанаҡ һәм фото: Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә!

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас