Һыҙғырғанда ҡыуан елдәре.
Ҡара дауыл үтһә дала ҡаплап,
Мине ялмай ялҡын телдәре.
Тыуған яғым, тим дә теште ҡыҫып,
Ташланамын уны һаҡлашып,
Бер тамсы һыу көтөп тилмергәндә
Йә кискәндә ташҡын яҡташым.
Ғәзиз төбәк, тим дә аҙарынам,
Таҙарынам ваҡлыҡ, яҙыҡтан.
Таналыҡтан әгәр ҡот алмаһам,
Яҙыр ине йәнем аҙыҡтан.
Тыуған яғым, тим дә күккә бағам,
Шәфҡәт һорап ергә тәңремдән.
Ҡаҡ даламда ямғыр бейегәндәй,
Ерем моңо тулай йәнемдә.
«Ҡасан килдең?» – тиҙәр...
Ҡанаттарым
Тыуған яҡ тип көн дә ҡағына.
Килә кеше сит-ят яҡҡа ғына,
Мин бит ҡайтам тыуған яғыма.
Ҡанымдан да, йәнем-тәнемдән дә
Заман юшҡындарын йыуған яҡ,
Мин бит һине ҡалдырғаным да юҡ –
Йөрәгемдә йөрөй тыуған яҡ!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, һаумыһығыҙ!
Һеҙҙе һағынып ҡайтты күпме туғанығыҙ!
Күҙ алдына килә барса уҙғанығыҙ,
Янғаныбыҙ, туңғаныбыҙ, уңғаныбыҙ...
Байрам көндә кисерәбеҙ бөтәһен дә:
Шатлыҡ йәше, йөрәктәрҙе өтәһең дә!
Хаҡ хыялым күкрәгемде барма ярып,
Аҡ һағышым, өтмә йәнем, ялҡынланып!..
Ер ҡәҙерен белгән атай-олатайҙар,
Ер арҡыры сыҡҡанда ла бола-дауҙар,
Мөҡәддәс зат күреп ерҙе һаҡлағандар,
Улдарына аманатҡа бағлағандар.
Телдең бәҫен, моңон тойған өләсәйҙәрем,
Ырыуымдың айбар рухлы сәсәндәре,
Иман булып шытып сығыр сәскәнегеҙ,
Фәһем булыр хәсрәт-даръя кискәнегеҙ.
Усаҡ янһын, сәй ҡайнаһын һәр бер көндә,
Бала тыуһын, бәхет тулһын һәр бер өйгә.
Тыуған яҡты, ауылдаштар, онотмайыҡ!
Йөрәктәрҙең уттарын беҙ һыуытмайыҡ!
«Һаумыһығыҙ!» – тип әйтергә бер-беребеҙгә,
Ауылдаштар, яҙһын гел дә, яҙһын гел дә!
Ҡара дауыл үтһә дала ҡаплап,
Мине ялмай ялҡын телдәре.
Тыуған яғым, тим дә теште ҡыҫып,
Ташланамын уны һаҡлашып,
Бер тамсы һыу көтөп тилмергәндә
Йә кискәндә ташҡын яҡташым.
Ғәзиз төбәк, тим дә аҙарынам,
Таҙарынам ваҡлыҡ, яҙыҡтан.
Таналыҡтан әгәр ҡот алмаһам,
Яҙыр ине йәнем аҙыҡтан.
Тыуған яғым, тим дә күккә бағам,
Шәфҡәт һорап ергә тәңремдән.
Ҡаҡ даламда ямғыр бейегәндәй,
Ерем моңо тулай йәнемдә.
«Ҡасан килдең?» – тиҙәр...
Ҡанаттарым
Тыуған яҡ тип көн дә ҡағына.
Килә кеше сит-ят яҡҡа ғына,
Мин бит ҡайтам тыуған яғыма.
Ҡанымдан да, йәнем-тәнемдән дә
Заман юшҡындарын йыуған яҡ,
Мин бит һине ҡалдырғаным да юҡ –
Йөрәгемдә йөрөй тыуған яҡ!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, һаумыһығыҙ!
Һеҙҙе һағынып ҡайтты күпме туғанығыҙ!
Күҙ алдына килә барса уҙғанығыҙ,
Янғаныбыҙ, туңғаныбыҙ, уңғаныбыҙ...
Байрам көндә кисерәбеҙ бөтәһен дә:
Шатлыҡ йәше, йөрәктәрҙе өтәһең дә!
Хаҡ хыялым күкрәгемде барма ярып,
Аҡ һағышым, өтмә йәнем, ялҡынланып!..
Ер ҡәҙерен белгән атай-олатайҙар,
Ер арҡыры сыҡҡанда ла бола-дауҙар,
Мөҡәддәс зат күреп ерҙе һаҡлағандар,
Улдарына аманатҡа бағлағандар.
Телдең бәҫен, моңон тойған өләсәйҙәрем,
Ырыуымдың айбар рухлы сәсәндәре,
Иман булып шытып сығыр сәскәнегеҙ,
Фәһем булыр хәсрәт-даръя кискәнегеҙ.
Усаҡ янһын, сәй ҡайнаһын һәр бер көндә,
Бала тыуһын, бәхет тулһын һәр бер өйгә.
Тыуған яҡты, ауылдаштар, онотмайыҡ!
Йөрәктәрҙең уттарын беҙ һыуытмайыҡ!
«Һаумыһығыҙ!» – тип әйтергә бер-беребеҙгә,
Ауылдаштар, яҙһын гел дә, яҙһын гел дә!
Башҡорт теле
Иң боронғо замандарҙан килгән бай тел,
Телем телгә йоҡмаҫ йомшаҡ, ипле наҙ тел,
Әсәйҙәрҙең бишек йыры – нағыҙ бал тел,
Атайҙарҙың ҡобайыры – оран, дау тел.
Сит-яттарҙан туйғанынса һыйланған тел,
Йүкә таштан һуйылғандай ҡыйналған тел,
Ниндәй булдың икән сабый сағыңда, тим,
Күп ырыуҙан төйнәлгән тел, йыйналған тел.
Борондарҙан донъяларға танылған тел,
Борсаҡ кеүек һибелгәнгә – юғалған тел,
Уралынан айырылған башҡортҡа ла
Рухы ҡалһа – өр-яңынан табылған тел.
Ниһайәт, һин үҙ илеңдә таныҡландың,
Заңың менән хоҡуҡ яулап нарыҡландың,
Үҙ еремдә дәүләт теле – башҡорт телем,
Ҡотоң ҡайтһын, көсөң ташһын, даның артһын!
Аҡһаҡалдар аҡылындай хаҡлыҡ телем,
Сабыйҙарҙың сафлығындай намыҫ телем,
Атам теле, әсәм теле, сәсән теле –
Уралымдай йәшә мәңге, башҡорт теле!
Уйлан, бала!
Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала,
Ғүмер һөрөү һәр быуынды уйға һала.
Ваҡыт тигән арғымаҡтың ялдарына
Матҡыбыраҡ тотонмаған – ауып ҡала.
Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала,
Арғымаҡтай сабып ғүмер үтеп бара,
Тылсым йомған, гел сер йыйған шул йомғаҡты
Тир түкмәйсә, сеймәлтмәйсә һүтеп ҡара.
Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала,
Күңелдәрҙән әҙәп, иман юйылғанда,
Холоҡһоҙлоҡ шайтан һымаҡ шашынғанда,
Кеше бөгөн шул хәлендә ҡайҙа бара?
Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала,
Изге тарих, ыҙан-йола онотола,
Атай-олатай һөйәктәре, төйәктәре
Тапалғанда йөрәктәргә нәфрәт тула...
Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала,
Туған телең – осҡор уҡтай, татлы балдай,
Яҙмышҡайы киләсәктә кем ҡулына
Тороп ҡала – бөгөн ҡаты уйға һала...
Уйлан, бала!..
Башҡорт аты
Яҡташым Исламетдин Мәмбәтовҡа
«Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы!..»
Башҡорт халыҡ йырынан.
Борондарҙан килгән һәләт менән
Шағир халҡым шулай йырлаған.
Моң урғылған уның йөрәгенән! –
Ноталарға һалып тормаған.
(Ноталарға сөнки һыймаған!)
Ат. Уҡ-һаҙаҡ. Ҡурай. Оҙон көйө –
Башҡорттоң төп рухи булмышы.
Уралында йәйрәп донъя көткән,
Яҙмышынан табып уҙмышын.
Атлы башҡорт сапҡан хаҡлыҡ даулап,
Утлы дауылдарҙы ажғыртып.
Атын башҡорт йәне кеүек күргән,
Ат та яугир икән башҡорттоң!
«Ир-ат» тиеп ҡушып әйткәндәр бит,
Тормағандар бүлеп, ваҡлашып...
Бергә булған, гел дә бергә булыр
Ир-егеткәй менән ат башы!
Кескәйҙән үк бала атҡа менһә,
Йылҡы малы булмаҫ яттарҙан.
Килер быуатта ла
Аллаһыбыҙ
Айырмаһын беҙҙе аттарҙан!
Айырмаһын бер үк аттарҙан!..
Әсәйем шишмәләре




























