+14 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
6 Сентября , 15:25

Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ

Ҡәҙим Аралбай Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,

Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙҠыҙҙарҙы әрләмәгеҙ
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ

Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ,
Йәберҙәр ебәрмәгеҙ,
Ситтәргә тибәрмәгеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡушылып һыҙланығыҙ,
Ашығып ҡуҙғалығыҙ,
Ярҙамға юлланығыҙ.
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Ҡылығын кәмләмәгеҙ,
Ҡуҙҙарын дөрләтегеҙ,
Йәндәрен гөрләтегеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уҙғаныбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уңарыбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уҙарыбыҙ...
Ҡыҙҙарҙан ҡуҙланығыҙ,
Янығыҙ, һыҙланығыҙ,
Һөйөүҙән наҙланығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ...

 

Сығанаҡ һәм фото:  Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә!

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас